Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2021, 08:55

Иванайҙар ял паркын төҙөкләндерергә теләй

Балтас районының Түбәнге һәм Үрге Иванай ауылдарында балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансы булған мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү өҫтөнлөклө мәсьәлә булып тора.

–Түбәнге һәм Үрге Иванай ауылдарында йәшәүселәрҙең «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» конкурс программаһында ҡатнашыу буйынса йыйылышы үтте. Уға әҙерлек барышында ауыл халҡы араһында һорау алыу ойошторолдо. Ауылда ял итеү урындары юҡ, ә кешеләр йыһазландырылған урында ял үҙәге теләй. Йәштәр, балалар, ололар күңелле, дуҫтарса шарттарҙа ял итергә тейеш, тип белдерә улар. Шуға ла Түбәнге һәм Үрге Иванайҙа, балалар өсөн уйын майҙансығы, спорт майҙансығын, милли элементтар менән биҙәп, мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү өҫтөнлөклө мәсьәлә булып тора.
Йыйылышта ауыл старостаһы Виталий Аклаев, ауыл биләмәһендә төрлө сара үткәрелә торған мәҙәниәт йорто, йәнәшәһендә парк бар, ләкин унда ял итеү өсөн эскәмйәләр ҙә , балалар өсөн махсус урындар ҙа юҡ, тип белдерҙе. Иҫке паркҡа 1980 йылда нигеҙ һалынған һәм ул төҙөкләндереүҙе талап итә. Түбәнге Иванай ауылында йәшәүсе Валерий Ғәләмшин был урында кешеләр иркен шарттарҙа , саф һауала аралаша алырлыҡ урын булдырыу, ә балаларға үҙ йәштәштәре менән балалар майҙансығында уйнау кәрәклеген билдәләне.
2021 йылда Түбәнге һәм Үрге Иванай халҡы был ауылдарға нигеҙ һалыныуҙың 380 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо юбилей уңайынан ял итеп кенә ҡалмай, мәҙәни саралар ҙа үткәреү мөмкинлеге биргән ял урыны булдырырға ҡарар иттеләр.
Проектты әҙерләү һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн ете кешенән торған инициатив төркөм һайланды.
— Был мәсьәләне хәл итеп, беҙ ауылдаштар өсөн ял итеү һәм ауыл эсендә йәшел зона булдырыуҙы ғына түгел , тәбиғәтте яңынан тергеҙеү һәм һаҡлауҙы тураһында ла хәстәрлек күрәбеҙ, – ти иванайҙар.
Ауылыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмағандарға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Игорь ЯНИЕВ, Балтас районының Көнтүгеш ауыл хакимиәте башлығы.
Фото: Т. АМАНОВ.
Читайте нас