Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Март 2021, 06:15

"Башҡортостан шишмәләре" проектында ҡатнашығыҙ

Республиканың һыу сығанаҡтарын, инеш-шишмәләрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән был проектта ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 20 мартҡа тиклем бирергә була.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан әйтеүҙәренсә, яңы шишмәләр эҙләү буйынса ла эш алып барыласаҡ. Беләһегеҙ, шишмә һыуы иң таҙаһы, тәмлеһе. Элек юҡҡа ғына ҡыҙҙар шишмә юлын таҡыр тотмаған.


Әлеге республика проекты "Экология" милли проекты маҡсаттарына һәм сараларына тура килә.
"Башҡортостан шишмәләре"ндә ҡатнашыу өсөн инештең биологик составын алырға, анализларға, объекттың ҡиммәтле һәм тарихи булыуын билдәләргә, туристарҙы ылыҡтырғыс итеп төҙөкләндереүҙе хәл итергә кәрәк.

Бөтә һорауҙар менән проекттың координаторы Рөстәм Сәйфетдиновҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин: (89174783596). Конкурс эштәре түбәндәге адресҡа ебәрелә: info@greenbashkiria.ru.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.

Читайте нас