Төбәктә елдең секундына 17-22 метрға тиклем көсәйеүе, ҡар яуыуы менән бәйле, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы иҫкәртә:
- артыҡ ихтыяж булмағанда, урамға сығып йөрөмәү хәйерле;
- урамда реклама таҡталары, ваҡытлыса төҙөлөштәр, ағастар янында һаҡ булығыҙ; электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән сымдарға тейеү тыйыла;
- юлдарҙа урыны менән күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.
Ә иң яҡшыһы, буранда юлға сығыуҙы кисектереп тороу!
Бөтә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында «101» (мобиль телефондан), 01 (ҡала телефонынан) номерҙары буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.