Белгестәр белдереүенсә, бындай күренеш тәбиғәттә бик һирәк була. Был шундай йәшенле ямғыр урынына көслө ҡар яуа. Синоптиктар аңлатыуынса, көндәр йылы һәм дымлы торғандан һуң ҡапыл һыуытһа, йәйге ямғыр болото кеүек болот барлыҡҡа килә.
Халыҡ һынамыштарына ҡарағанда, март айында күк күкрәп һазағай ялтыраһа, тимәк, яҙ һыуыҡ буласаҡ. Икенсе һынамыш иһә, киреһенсә, яҡшы, йылы йәй фаразлай.