Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2021, 19:50

Кисә бик ҡурҡыныс хәл булды...

Баш ҡаланың Калинин районында алты метр тәрәнлегендәге асыҡ ҡоҙоҡҡа туғыҙ йәшлек ҡыҙыҡай ҡолап төшкән. ⏬

Ашығыс хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш хәл урынына барып еткәнсе беҙҙең район хакимиәте хеҙмәткәре тәрәнгә төшөп баланы елкәһенә ултыртып сығарған. Участковый менән уны дауаханаға оҙаттыҡ. Ҡыҙыҡай тере, йәрәхәттәре күренмәне", - тип хәбәр итте Өфө мэры Сергей Греков.
Ҡоҙоҡ кемдеке булып сыҡҡан? Ни өсөн ул асыҡ торған, быға кем ғәйепле? Быны етди тикшерәсәкбеҙ. Ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырасаҡбыҙ. Хужаһыҙ ҡоҙоҡтар һәм бының кеүек ҡурҡыныс бәлә-ҡаза булырға тейеш түгел.
Бөгөн беҙ "Ҡоҙоҡ" операцияһы иғлан иттек. Ҡалалағы бар яуаплы хеҙмәттәргә тикшереү өсөн ике тәүлек ваҡыт бирелде. Битараф булмағандарҙы был эшкә ҡушылырға саҡырам. Ҡайҙалыр асыҡ ҡоҙоҡ күрһәгеҙ - миңә яҙығыҙ, адрестары менән фотолар ебәрегеҙ. Кешеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн тиҙ арала барыһын да тикшерергә кәрәк, - тип белдерҙе мэр.
Читайте нас