Легионерҙар «пятерка»һы боҙҙа күренмәгәс, ҡалғандары шайбаны ҡайҙа итергә белмәй йонсоно. Ә инде маҡталған ҡапҡа һаҡсыбыҙ, еңел генә шайбаларҙы үткәртеп, үҙ урынын тапманы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, бындай уйын менән улар алыҫ китә алмаҫ кеүек…
Башҡа осрашыуҙар ошондай иҫәпкә тамамланды. ЦСКА - «Спартак» - 1:0 (от), «Аҡ барс» - «Торпедо» - 2:1 (от), «Локомотив» - «Йокерит» - 1:0. Бөгөн «Металлург» -«Барыҫ», «Авангард» - «Автомобилист», «Динамо» (Мәскәү) - «Северсталь» һәм СКА - «Динамо» (Минск) командалары үҙ-ара икенсе уйындарын уҙғарасаҡ.