Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2021, 03:55

“Юлдаш” – һәр өйҙә, эштә, юлда һеҙҙең менән бергә!

«Юлдаш» тәүлек әйләнәһенә Башҡортостан биләмәһендә генә түгел, күрше төбәктәрҙә лә яңғырай. Ә интернет аша уны ер шарының бөтә ҡитғаһында ла тыңлап була.

Радионың маҡсаты – тыңлаусы­ларын оператив һәм көнүҙәк мәғлү­мәттәр менән тәьмин итеү, күңел асыу тапшырыуҙары аша аң-белем таратыу, аудиторияның социаль әүҙемлеген уятыу, кешеләрҙе ыңғай маҡсаттарға йүнәлтеү. Шулай ҙа эфирҙың ҙур өлөшөн һәр кемдең зауығына яуап бирерҙәй йыр-моң тәшкил итә. Күптәр радионы һуңғы яңылыҡтарҙы белеү өсөн тоҡан­дырһа, аналитик һәм күңел асыуға ҡоролған тапшы­рыуҙарҙы үҙ иткән­дәр ҙә байтаҡ.
Радио хеҙмәткәрҙәренең эшмә­кәрлеге эфирҙан тыш та дауам итә. Социаль селтәрҙәр аша һеҙ улар менән көн дә таныша алаһығыҙ.
Интернет селтәрендәге адре­сыбыҙ: bash.news нөктә ru
Дуҫтарығыҙҙы, хеҙмәттәштә­ре­геҙ­ҙе һәм яҡындарығыҙҙы «Юл­даш» радиоһының Фейсбук, «Бәйлә­неш­тә» һәм Инстаграм социаль селтәр­ҙәренә саҡырығыҙ. Унда – яңылыҡ­тар, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр, матур йыр­ҙар һәм фекер уртаҡ­лашыу мөмкинлеге.
Фейсбук: https://www.facebook.com/groups/yuldash/
Инстаграм: https://www.instagram.com/radiouldash/
Рәсми сайт: https://bash.news/yuldash
Шулай уҡ йыш ҡына төркөмгә яҙылыусылар араһында ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолоп, матур бүләктәр таратыла.
Әйткәндәй, әле «Бәйләнештә» социаль төркөмөндә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән конкурс бара. Уның шарттары ябай. Комментарийға йә үҙегеҙҙең сәхифәгеҙгә ғаиләгеҙҙең йәме, ғорурлығы булған фотоһүрәтте #юлдашлыйорт хештегы менән урынлаштырырға кәрәк. Ғаиләгеҙ тураһында ҡыҫҡа белешмә яҙырға, (1 фото, 5 – 6 һөйләм: ҡайҙан, кемдәр, ғаиләнең ҡыҙыҡһыныу­ҙары, һөнәре). Конкурс еңеүселәре 1 мартта #Тегеөсәү тапшырыуында билдәләнә. Инстаграмда иһә #Тегеөсәү Йәмил, Ғәзиз һәм Айбулат «Инстаға ин» тигән яңы рубрика тәҡдим итте. Бында «Инста»ға инеп, егеттәр тәҡдим иткән фото­һүрәткә «лайыҡ» ҡуйыу­сылар ара­һында осраҡлы рәүештә еңеүсе бил­дәләнә.
«Юлдаш» хәҙер TikTokта ла бар. YouTube каналына ҡушылыусылар радио ойошторған концерттар, ви­деояҙмалар менән таныша ала.
«Юлдаш» һәр ваҡыт халыҡ ара­һында һәм халыҡ өсөн эшләй!
Беҙҙең тулҡындарҙан айы­рыл­мағыҙ!
Йыр һәм дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына. Беҙ бергә!
С. РАМАЗАНОВА.
Читайте нас