Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2021, 13:29

Салауат Әхмәҙей улы Низаметдиновҡа бөгөн 64 йәш тулыр ине...

Талантлы композитор, Башҡорт АССР-ның (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2003) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1988) лауреаты Салауат Әхмәҙей улы Низаметдинов Учалы районының Миндәк ауылында 1957 йылдың 3 мартында һигеҙ балалы шахтер ғаиләһендә тыуған.

Композиторҙың төрлө шағирҙарҙың һүҙҙәренә яҙылған 200-ҙән ашыу йыры бар.
2006—2010 йылдарҙа ул БР Композиторҙар союзын етәкләне.
Маэстро 2013 йылдың 29 июлендә көтмәгәндә вафат була...
Йәне йәннәттә булһын!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас