«Хәҙер беҙҙә мәҙәниәт министрының кәңәшселәре дүртәү булды — Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов, театр тәнҡитсеһе Нияз Илһамов, ветеран журналист Рәйсә Сафиуллина һәм «Sculptor Agency» консалтинг компанияһы етәксеһе Виктор Житлов. Улар был вазифаны йәмәғәт башланғысында башҡарасаҡ», — тип хәбәр итә күршеләрҙең Мәҙәниәт министрлығы.