Ә инде кисә төп бәйгенең дүрт уйыны булып уҙҙы. «Металлург» командаһы «Барыҫ»ҡа беренсе осорҙа 1:3 иҫәбенә отола килеп, һөҙөмтәлә уларҙы 7:4 иҫәбенә алдырҙы. «Авангард» иһә, «Автомобилист»ы 3:0 иҫәбенә еңеп, серияны уңышлы башланы. Көнбайышта, СКА уйынсылары «Динамо» (Минск) клубын 4:2 иҫәбенә отһа, «Динамо» (Мәскәү) хоккейсылары «Северсталь»де 1:0 иҫәбенә генә алдыра алды.
Шулай уҡ бөгөн, «Аҡ барс» командаһы «Торпедо»ға һынау тотһа, «Локомотив» клубы «Йокерит» менән ЦСКА уйынсылары «Спартак» менән сәкәләшәсәк.