Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Марта 2021, 19:00

Хәүефле ял

Силәбе өлкәһендә өс көн элек кенә өйләнешкән пар ҡот осҡос фажиғәгә тарыған.

Яңы тыуған ғаилә туйҙан һуң дуҫтары менән ял итергә йыйыла. Йәштәр табын ҡора, «тамаҡ сылатып» алғас, машинаға сана тағып урам буйлап йөрөргә сығалар. Ҡыҙмаса булып алған егеттәр һөйгәндәренең күңелдәрен күрәбеҙ тип, елдәй елдерергә тотона. Ҡыҙҙарҙың ҡысҡырғанын да ишетмәй улар...
Боролоштарҙың береһендә сана бағанаға бәрелеп, селпәрәмә килә. Бер ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була, яңы кәләш булған ҡыҙҙы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Яҡын көндәрҙә уға операция яһаясаҡтар. Билдәле булыуынса, руль артында яңы өйләнгән егет булған. Хоҡуҡ һаҡсылары уны ҡулға алған. Уға хәҙер ете йыл төрмә янай.
Бындай хәлдәр беҙҙә лә йыш булып тора, Хоҙай һаҡлаһын! Инде машинағыҙға сана тағып йөрөмәгеҙ.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас