Бишбүләк ауылы заман менән бергә атлай. Унда электромобилдәр өсөн заправка ҡуйылды. Был һөйөнөслө яңылыҡ менән район хакимиәте башлығы Артур Зарипов бүлеште.
Яңы төр заправка ҡуйыу – заман талабы. Сөнки районда 4 электромобиль иҫәпләнә, киләсәктә уларҙың һаны тағы ла артыр тип фаразлана.