Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Март 2021, 11:45

Бөгөн – Бөтә донъя яҙыусы көнө

Шулай итеп, 3 март әҙәбиәтселәрҙең һөнәри байрамы икән. Рәсми булмаһа ла, иҫтәлекле дата. Бөгөн был өлкәлә бик күп сара уҙғарылырға тейештер. Ә һеҙҙең яратҡан яҙыусығыҙ кем?

Рәсәйҙә яҙыусылар көнө инде 35-сегә уҙғарыла. Донъяла 1986 йылдан билдәләнә, тимәк. Һәр хәлдә шул йылдың ғинуарында үткән халыҡ-ара яҙыусылар берлеге – ПЕН-клубтың (100 йыллыҡ тарихы бар, Лондонда төҙөлгән) 48-се конгресында Яҙыусы көнө ойошторорға ниәтләйҙәр.
Һеҙгә бөгөнгә эш шул: яратҡан яҙыусығыҙҙың яңы китабын алып уҡығыҙ, артабан уҡыр өсөн әҙәбиәт исемлеге төҙөгөҙ.
Әйткәндәй, яҙыусыларҙы ҡотларға онотмағыҙ!
Фото: Т.Аманов.
Читайте нас