Ашаған ризыҡҡа зәйтүн майы ҡушығыҙ. Ул pH балансын тергеҙә, антиоксидант, эс ташыуҙы булдырмай.
Стрестан һаҡланығыҙ. Ашҡаҙаныбыҙ – икенсе мейе. Тап унда беҙҙең стресс ризыҡ һеңдермәүсе булып йыйыла.
Аш-һыуға тәмләткес ҡушығыҙ. Тоҙ – һаулыҡҡа зыянлы. Тәмләткестәр, киреһенсә. Тик артыҡ ебәрмәгеҙ.
Планкаға тороғоҙ. Уның нимә икәнен беләһегеҙме? Бигерәк тә “Планка на 30 дней” файҙалы. Гуглдан һорағыҙ.
Файҙалы май кислоталары ҡабул итегеҙ. Йәғни, клетчакаға бай ризыҡ ашағыҙ: авокадо, сәтләүек, балыҡ...
Алма һеркәһе эсегеҙ. Ул шәп косметик продукт икән. Көн һайын бер балғалаҡ – һәм һеҙҙең ашҡаҙанығыҙҙың кислоталылығы нормала буласаҡ.
Эсегеҙгә (ҡорһағығыҙға) массаж (сәғәт уғы ыңғайына ҙур түңәрәктәр “ышҡыһағыҙ” ҙа етә) эшләгеҙ. Был аш һеңдереүгә, ҡан әйләнешенә файҙалы.
Дөрөҫ туҡланығыҙ. Алма, артишок, ҡара емеш, миндаль, фундук, әстерхан сәтләүеге яҡшы. Майлы ризыҡтан баш тартығыҙ.
Маргарин, майонез, әҙер соус ашамаҫҡа тырышығыҙ. Майонез урынына – йогурт, маргарин урынына үҫемлек майы бара. Салаттарға лимон һуты һығығыҙ.
Көнөнә 1,5 литр һыу эсегеҙ. Үлән сәйҙәре лә ярай. Тик уларын сама менән. Газлы һыу булмаһын.
Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Йәйәү йә велосипедта йөрөү, йөҙөү ҙә етә.
Дөрөҫ тын алырға өйрәнегеҙ. Тәрән итеп, тыныс һулыш алығыҙ. Эйе, теләһә ниндәй ауыр ваҡытта – тәрән тын алығыҙ!
Арҡа төҙлөгөнә иғтибар итегеҙ. Бөкөрәйеп, көмөрәйеп ултырмағыҙ! Һәр саҡ төҙ йөрөгөҙ.
Бына шулар ғына. Бик ауыр түгел, эйеме? Улайһа, әйҙә, алға, һомғоллоҡҡа табан!