Кисә хәбәр итеүебеҙсә, иртәнге сәғәт ун берҙә Баймаҡ районында, Магнитогорск-Ира автоюлының 110-сы саҡрымында, Йылайыр районынан 40 йәшлек ҡатын "Лада Ларгус" машинаһында юл ситендә торған автогрейдерға барып бәрелеп, һәләк булған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре юлды тикшереп, етешһеҙлектәр тапҡан (колея). Ошо юл өсөн яуаплы юридик шәхескә ҡарата, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса талаптарҙы үтәмәгәне өсөн, административ тикшереү эше асылған.
Шулай уҡ алдан яҙыуыбыҙса, киске сәғәт унда Өфө районында, М5 "Урал" федераль трассаһының 1460-сы саҡрымында, 32 йәшлек ир ВАЗ-2115 машинаһында "Volvo" юл техникаһының 35 йәшлек водителен үлемесле төрттөргән. "Volvo"ның водителе ҡом һиптергесте таҙартып торған булған... Ауыр яраларҙан ул шунда йән биргән. ВАЗ-дың водителе дауаханала.
Уның бер ай элек водитель танытмаһынан мәхрүм ителеүе билдәле.
Тәүлек эсендә 2300-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 23 иҫерек водитель тотолған.