Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2021, 12:40

Милли музейға килегеҙ!

БР Милли музейы “Йондоҙ менән экскурсия” тип аталған акция башлай.

Тышта яҙ еҫе һиҙелә, ҡояш сағыуыраҡ йылмая, кәйеф күтәренкелегенә сәбәптәр ҙә күп.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һеҙгә ошо миҙгелдә матур бүләк әҙерләй.
Һеҙҙе “Йондоҙ менән экскурсия”, тип аталған акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Мартта аҙнаның һәр шаршамбыһында 15.30 сәғәттә беҙҙең мәҙәниәт учреждениеһына килеүсе дуҫыбыҙҙың билдәле шәхестәребеҙҙең береһе менән осрашыу мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта, һеҙ уның менән Башҡортостан Республикаһының Милли музейында әлеге мәлдә барған күргәҙмәләрҙе ҡарап сыға алаһығыҙ.
Был аҙнала, йәғни 3 мартта, һеҙҙе М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, йырсы, бард АРТУР КӘБИРОВ ҡаршылаясаҡ. Музейға рәхим итегеҙ, ғаилә ағзаларығыҙ, дуҫтарығыҙ менән бергә килегеҙ, бик күңелле буласаҡ!
Нурия Кинйәбаева.
Фото:pressaufa.ru
Читайте нас