Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2021, 12:55

Ирен балаһынан көнләшкән

Башҡортостандан булған, әлеге ваҡытта Түбәнге Варта ҡалаһында йәшәүсе әсә ирен үҙ балаһынан көнләшкән һәм малайҙың муйынына бысаҡ менән сәнсеп, йортона ут төртөп, унан ҡотолорға уйлаған.

Әсәһе үҙ йорттарында 10 йәшлек малайға ике тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Йортҡа ут төрткәндән һуң, ул аҡылына килә һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыра.
Әле 38 йәшлек ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Тиҙҙән уны бәлиғ булмағандың һаулығына ҙур зыян килтереү статьяһы буйынса хөкөм итәсәктәр.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас