Өфөлә зоотакси
Дмитрий Стрельников – йорт хайуандарын йөрөтөүсе таксист. Ул күп водитель машинаның салонында алып барыуҙан баш тартҡан йән эйәләрен дә йөрөтә. Юл хаҡы ла бүтәндәрҙеке кеүек. Алған килеменең яртыһын Дмитрий приют, волонтерҙар ветклиникаһына тапшыра. Зоотакси хеҙмәтенә һорау көндән-көн арта.