Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2021, 17:25

Бер юлы өс ҙур еңеү!

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булыусылар араһында Сибай ҡалаһынан “Аманат” ағинәйҙәр клубы ағзаһы Венера Йәнбәкова ла бар.

Венера Әнүәр ҡыҙы ғүмер буйы китапханасы булып эшләгән. Уның хеҙмәт стажы 40 йылдан ашыу. Әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ҡалала үткән төрлө сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Венера апайҙы ул яҡтарҙа белмәгән кеше һирәктер. Ҡул эштәре оҫтаһы китапханалағы “Күңел утрауы” клубында ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡашмау, селтәр эшләргә өйрәтә. Күрше-тирә ауылдарға ла йөрөп, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Йыл Венера апай өсөн бик уңышлы башланып тора. Ошо көндәрҙә генә ул ҙур өс еңеүгә өлгәшкән. Үткән аҙнала ғына Сибай ҡалаһында ойошторолған “Тәмле” милли-аш һыу күргәҙмә-конкурсында гран-приға лайыҡ булһа, кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында ғаиләһе менән икенсе урын яулағандар. Әйткәндәй, тормош иптәше Шайморат Ҡотлоғужа улы менән улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн иһә улар өс ейәнсәргә өләсәй һәм ҡартатай. “Мине баһалағандары өсөн бик шатмын”, – ти инәһе, миҙалға лайыҡ булыуы хаҡында.
Фото:Автор фотоһы.
Читайте нас