Кешеләр көкөрттөң яна торған сифаты барлығын белгәс тә, уны файҙалана башлаған. Нисек? Ябай ғына: сыра яһағандар ҙа, осон көкөрткә манғандар. Ут сыҡһын өсөн уны ышҡырға ғына кәрәккән.
Шырпы, йәғни спичка атамаһын былай аңлаталар: ул “спица” һүҙенән сыҡҡан. Йәғни, энә кеүек осло ағастан. Ғалимдар кешегә уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн байтаҡ тырышҡан. Һәм... бына, рәхим итегеҙ, шырпы! Иң хәүефһеҙ формалағыһы 1855 йылдан бөтә донъяға таралған.
Рәсәйҙә 1830 йылда уҡ булған. 1848 йылдан етештерә лә башлағандар. Башҡортостанда “1 май исемендәге Өфө шырпы фабрикаһы” 1929 йылда асылған.
Тик ҡайһы бер өйҙәрҙә уны хәҙер йыш ҡулланмайҙар ҙа әле. Заманса газ плиталары автомат ут сығарыуға ҡулайлашҡан. Бер-ике төймәгә генә баҫырға.
Шуны ла иҫкәртәбеҙ: шырпы уйынсыҡ түгел!