Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Март 2021, 14:08

"Ҡатмарлы осорҙа журналистар юғары оҫталыҡ кимәлен күрһәтте"

Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының йомғаҡлау коллегияһы үтте.

Унда БР Хөкүмәте вице-пермьеры Азат Бадранов, “Башҡортостан” ДТРК-һы, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто, “Китап” нәшриәте һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Иң тәүҙә журналистарҙың еңел булмаған осорҙа һөнәри оҫталығы һәм оперативлығы билдәләп үтелде. Шулай уҡ коллегалар уҙған йылдың сағыу сараларын яҡтыртыуҙа юғары техник кимәл һәм профессионаллек менән айырылып тороуын телгә алды. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар, Миңлеғәли Шайморат Рәсәй Геройы йондоҙоноң Өфөгә килеүе, БР Башлығы Радий Хәбировтың йомғаҡлау матбуғат конференцияһы һ.б.


Тармаҡ алдында республиканың яңы медиа трендтарын булдырыу шарты менән аудиторияны үҫтереү бурысы тора ине. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса БЮТ каналы моциаль медиа һәм интернет ҡулланыу буйынса илдең иң яҡшы каналдарының береһе тип табылды. Ә “Башинформ” агентлығы – төбәктең мәғлүмәт еткереү буйынса иң алдынғы ньюсмейкеры булып тора. Әйткәндәй, ул LiveInternet рейтингы буйынса беренсе урынды биләй.
Баҫма матбуғат интернетты файҙаланыу күләмен арттырҙы, республиканың 40 баҫмаһы нон - стоп режимында эшләй. Быны топ – Яндексты беренселек иҫбатлай. БЮТ каналы ижад иткән ике проект илдең иң билдәле телевизион конкурсының финалына сыҡты. “Юғалсыҡтар иле” фильм – әкиәте Тэфиҙың бронза Орфейына лайыҡ булды. Ә “Спутник ФМ” радиостанцияһы ике номинацияла илдең иң яҡшы радиоһы тип баһаланды.

“Тамыр” балалар каналы иһә “Нурбостан” тип аталған беренсе башҡорт йәнһүрәте сериалын төшөрҙө.
Төбәк бюджеты финанслаған БР медиатармағында өс мең самаһы белгес эшләй. Беҙҙән яңынан – яңы ҡыҙыҡлы контент көтәләр. Беҙ уҡыусылар, ҡараусылар һәм тыңлаусыларыбыҙ мәнфәғәтенә эшләйбеҙ, - тине Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Максим Ульчев.
БР Хөкүмәте вице – премьеры төбәктең авторитеты киң мәғлүмәт сараларының эшенә ҡарап төҙөлә, тине.
-Бөтә донъяға, илгә билдәле балған саралар – ул һеҙҙең һөнәри оҫталыҡты күрһәткән эшегеҙ. 2021 йылда беҙ Бөтә донъя Фольклориадаһын, 9-сы World Skills Russia милли чемпионатын һәм Бөтә Рәсәй йәниҫәп кампанияһын яҡтыртыусы берҙәм мобиль команда менән сығыш яһарға тейеш, - тине Азат Бадранов.



Читайте нас