Орлоҡ сирле булмаһын һәм тиҙерәк тишелеп сыҡһын өсөн алоэ гөлөнөң япраҡтарын тишкеләп сығығыҙ ҙа, шуға орлоҡтар һалығыҙ һәм һуңынан тупраҡҡа күмегеҙ. Гөлдөң һутында шыттырылған үҫенте тиҙ үҫә, япраҡтары эре була. Шытымдар пәйҙә булыуға, япраҡтар орлоҡ тышсаһынан сыға алмаған үҫентене өҙөп ташлаһағыҙ ҙа ярай. Улар көсһөҙ була. Эшләп ҡарағыҙ.