Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2021, 17:01

MISS GRAND INTERNATIONAL конкурсында башҡорт ҡыҙы ҡатнаша

Бөгөн Тайландта донъя кимәлендә билдәле һәм мәртәбәле матурлыҡ бәйгеһе башланды.

Унда Башҡортостан данын "Miss Bash Models" агентлығы тәрбиәләнеүсеһе Альбина Шәйхлисламова яҡлап сығыш яһай. Әйткәндәй, агентлыҡ икенсе йыл рәттән был конкурста ҡатнаша: былтыр унда Галина Лукина барҙы.
Альбина Шәйхлисламова Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала, шулай уҡ ковид-госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләй. Ноябрь айында Мысырҙа үткән "Miss Eco Teen-2020" конкурсында ҡатнашты.
Читайте нас: