Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2021, 11:55

Ейәндәре менән юлда туңа яҙған

Ҡатын ейәндәре менән аяҙ көндә Ырымбур яғына юл тота, тик Гай – Аҡъяр юлында буран ҡотора башлай. Һөҙөмтәлә уның машинаһы ҡар өйөмөнә эләгә.

Бәхеткә күрә, Ырымбур өлкәһенең ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре быны күреп ҡалып, ярҙамға ашыға. Ҡатын шок хәлендә була һәм машина менән идара итә алмай. Шуға ла полиция капитаны Шмаков үҙе руль артына ултыра. Был хәлдән һуң ҡатын инспекторға ҡарата рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас