Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2021, 16:57

Бөгөн Стәрлетамаҡта иң өлгөлө башҡорт ғаиләһен билдәләйәсәктәр

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсында йөҙгә яҡын ғаилә ҡатнашҡан.

Бөгөн – конкурстың финалы, унда еңеүсе исеменә 10 ғаилә көрәшәсәк.
«Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән биш йыл рәттән 1 мартта «Етегән» ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы билдәләнә. Конкурсты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хуплап ҡаршы алды, ул хәҙер республика кимәлендә уҙғарыла. Быйыл хатта күрше төбәктәрҙән ҡатнашыусылар ҙа булды», – тип белдерҙе Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Гөлназ Мирхәйҙәрова.
Фото: Ҡоролтай.
Читайте нас