Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Март 2021, 09:39

80 меңдән ашыу кеше «Гам-КОВИД-Вак» вакцинаһын эшләткән

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала «Гам-КОВИД-Вак» вакцинаһының тәүге компонентын 80,4 меңдән ашыу кеше эшләткән, вакциналауҙың икенсе этабын иһә 26 мең кеше үткән.

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә вице-премьер — төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығының Максим Забелин хәбәр иткән.
Башҡортостанға бөтәһе 120 меңдән ашыу доза ковидҡа ҡаршы вакцина алынған. Шуның 11 меңе ошо ял көндәрендә килтерелгән
Вице-премьер әйтеүенсә, мартта вакцинаның күләменең ныҡ ҡына артыуы көтөлә. Гамалея институты етештергән вакцина ғына түгел, «Вектор» институтының «ЭпиВакКорона»һы вакцинаһын да алыу планлаштырыла. Тотош коллективтар вакциналауға йәлеп ителә.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас