Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә Алексей исемле пенсионер ир ярты йыл буйы ҡустыһының мәйете менән бер фатирҙа йәшәгән. Билдәле булыуынса, мәйетте үлгән ирҙең үгәй улы кисә ишекте емереп ингәндән һуң тапҡан. Был ваҡытҡа мәйет тарҡалып бөткән.
Әлеге ваҡытҡа 52 йәшлек был ирҙең тәнендә бер ниндәй йәрәхәт тапмағандар. Шулай ҙа, ни өсөн вафат булыуын билдәләр өсөн, уның кәүҙәһе судмедэкспертизаға ебәрелгән.
Әйтергә кәрәк, мәйет менән йәшәгән ирҙең психик йәһәттән һау булмауы билдәле. Полиция килгәнсе ул ҡустыһының тере булмауын белмәгән дә.
- Ул бер ваҡытта ла ишеген асмай торғайны. Миңә инмәгеҙ, ти торғайны. Йәшәне – етер. Мин еҫ һиҙмәнем. Ишек ябыҡ, мин ул ҡайҙалыр киткәндер, тип уйлай торғайным, - тип белдергән ул.