Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2021, 12:05

Урал батырҙың ҡышҡы уйындары

27 февралдә Һарғая ауылы янындағы Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында этноспорт йүнәлешендәге сара үтте.

Уйындарҙа хәҙер киң тарала барған традицион уҡ атыу турниры, “Бәйге” ярышы, “Ылаҡ” уйыны һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторолдо.
Күскенселәр тормошон алып барған ата-бабаларыбыҙҙың бер өлөшө булыу, башҡорт халҡының электән килгән милли уйындарында ҡатнашыу бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Ярыш ҡына түгел, ҙур байрамға әүерелгән сара быйыл дүртенсе тапҡыр уҙғарылды, тип яҙа "Таң" гәзите.
Читайте нас