Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала һуңғы тәүлек эсендә коронавирус менән сирлеләрҙең һаны 137 кешегә артҡан. Шулай итеп, республикала барлығы 28 581 кешелә COVID-19 сире рәсми рәүештә раҫланған.
Министрлыҡтың мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта республикала барлығы 5441 кеше коронавирус менән сирләй. Бөгөнгө көндә дауахана шарттарында 243 кеше дауалана. 5 198 сирле амбулатор шарттарында күҙәтелә.
Һуңғы тәүлектә тажзәхмәттән тағы 4 кешенең һәләк булыуы билдәле булды. Коронавирустың республикалағы ҡорбандары һаны 273 – кә етте.
Сир тарала башлағандан алып 22 867 кеше дауахананан коронавирусты еңеп сыҡҡан, шул иҫәптән 197 кеше – һуңғы тәүлектә.