Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль 2021, 09:25

Бөгөн – ҡыштың һуңғы көнө

Хуш, ҡыш! Йәғни, ҡышты оҙатыу байрамы. Алда әле буранлы март бар. Шулай ҙа март ул – яҙ айы. Ҡыуанабыҙ һәм төшкө ашҡа яҡындарыбыҙға тәмлекәс әҙерләйбеҙ. Бының өсөн микротулҡынлы мейес тә етә. Өс минутта ризыҡ өҫтәлегеҙҙә буласаҡ.

Календарҙа ҡыш тамам. Тышта иһә, һуңғы ваҡытта күҙәтелеүенсә, ҡыштың “самай” ҡоторған ваҡыты кеүек. Һәр хәлдә иртәгә – 1 март. Был да беҙгә ҙур ҡыуаныс.

Ҡышҡа рәхмәт әйтәйек тә, яҙҙы ла иҫән-һау ғына үткәрергә яҙһын, тип теләйек. Яҙ айҙарында була торған аҡман-тоҡман, биш ҡунаҡ, сыйырсыҡ бурандарын да беҙ үткәреп өйрәнгән.

Бөгөн – йәкшәмбе. Ғаилә һәм яҡындарығыҙ менән бергә ял итә торған көн.

Һәм үрҙә вәғәҙә итеүебеҙсә, тиҙ генә бешерелә торған тәмлекәс рецепты:

Бер минут” тигән торт ул ысынында. Бер йомортҡаны дүрт ҡалаҡ шәкәр менән туғыйбыҙ, уға ике ҡалаҡ какао (үҙебеҙҙең “Российский” шәп) ҡушабыҙ һәм бутағас, өс ҡалаҡ он, бер ҡалаҡ крахмал, бер балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (йә әҙ генә сода) өҫтәп, тағы ла яҡшы итеп бутайбыҙ. Ярайһы ҡуйы ғына ҡамыр килеп сыға. Шуға биш ҡалаҡ һөт һәм өс (ике лә бара) ҡалаҡ көнбағыш майы һалабыҙ ҙа болғатып, микротулҡынлы мейескә яраған һауытҡа (алдан әҙ генә майларға мөмкин) бушатабыҙ. Өс йә өс минут ярымда бисквит әҙер (шырпы йә теш таҙартҡыс менән тикшерә беләһегеҙҙер).

Уны бер тәрилкәгә түңкәрәбеҙ, ике өлөшкә (торт өсөн бисквит кеүек) бүлеп, өҫкөһөн алып тороп, ҡалғанына йәнегеҙ теләгәнсә крем эшләп ҡушырға була. Ҡаймаҡ менән шәкәрҙе бутап, бал менән ҡаймаҡты, ҡайнатманы, ҡуйыртылған һөттө – ни теләйһегеҙ, шуны һалығыҙ. Һәм икенсеһен һалып, өҫтөнә тағы ла крем һөртөп йә иретелгән аҡ шоколад ҡойоп та ашарға мөмкин. Фантазияғыҙ нисек эшләй инде. Тәмле булһын!

Фото: Автор фотоһы.

Читайте нас