Райондың төрлө ауылдарынан килгән аталы - уллы ярышты. Спорт ярыштарында алты команда ҡатнашты: Руслан һәм Дмитрий Фәтиховтар, Асҡар һәм Инсаф Кәлимуллиндар, Леонид һәм Динияр Ғәниевтәр, Николай һәм Лев Николаевтар, Артур һәм Глеб Вәлиуллиндар, Илнар һәм Илгиз, Фидан Йәнсуриндар.
Атайҙар балалары менән бергә төрлө задание үтәне: йүгерҙе, һикерҙе, туп ташланы һ.б. Өлкәндәрҙең йөҙөү буйынса ярышыуы фестивалдең һуңғы этабы булып торҙо.