Турнир таблицаһында шул хәтлем буталсыҡ, һуңғы һөҙөмтә генә барыһын да кемдең ҡайҙа урынлашыуын асыҡлаясаҡ. Әйтәйек, юлаевсылар еңеп, «Авангард» отолһа, беҙҙекеләр Көнсығыш конференцияһының икенсе баҫҡысына үрләйәсәк. Ә инде отола ҡалһа, ә «Металлург» дәғүәсеһен алдырһа, өфөләр дүртенсе урынға төшөп, плей-оффта «Трактор» клубы менән сәкәләшәсәк. Ҡыҫҡаса әйткәндә, бар һөҙөмтәләрҙә көтөп, урынын белеп, дәғүәсеһен дә , мотлаҡ беләсәкбеҙ. Әле үк әйтергә була, «Салауат Юлаев»ҡа беренсе раундта «Торпедо»нан тыш, йә «Трактор», йә «Автомобилист», йә «Барыҫ» эләгәсәк.