Әлфиә Ғәзизова - 58-се лицей уҡытыусыһы. Ә иң шәп уҡытыусы 3-сө Өфө гимназияһында эшләй булып сыҡты. Петр Белорободов — "Йыл уҡытыусыһы - 2021" ҡала конкурсының абсолют еңеүсеһе.
Конкурста бөтәһе 66 педагог ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Сынтимер Баязитов башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын тәбрикләне.