Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2021, 07:36

Иғтибар! М-5 трассаһының Ырымбур өлкәһе, Татарстан һәм Башҡортостан участкаларында сикләүҙәр

"Урал буйы” юлдар менән идара итеү предприятиеһы республика юлдарында сикләүҙәр индерҙе.

Сикләү төнгө 03.30 сәғәттән бөтә пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел такси, йөк транспорты өсөн М-5 “Урал” трассаһының Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе өлөшөндә индерелде. Башҡортостанда хәрәкәт Төньяҡ, Богдановка, Октябрьский, Туймазы, Ҡандра, Иҫке Боғаҙы, Бүздәк тораҡ пункттары тирәһендә сикләнде. Юлда штаттан тыш хәлдәр булһа, "Урал буйы" (“Приуралье”) идаралығының дежур-диспетчер хеҙмәтенә +7(347) 286-07-18, +7917-046-79-53 телефондары буйынса хәбәр итергә була. Йәнә Р-240 Өфө – Ырымбур трассаһы, Өфөнө Көнбайыштан урау юлында ла сикләү ғәмәлдә. М-7 трассаһында Исәмәт ауылы, Өфө ҡалаһы янында, Өфө - Ырымбур трассаһында Авдон һәм Николаевка ауылдары янында сикләүҙәр бар.
Читайте нас