Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль 2021, 14:15

Өфөлә туризм тураһында асыҡ һөйләшеү үтте

Был тармаҡта нимәләр үҙгәрәсәк? Республикала туризм нисегерәк үҫтереләсәк? Туризм буйынса махсус Стратегия кәрәкме? Һүҙ шул турала барҙы.

«Башҡортостандың туризм тармағы тураһында асыҡ һөйләшеү»ҙә БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова һәм туроператорҙар, тузбазалар етәкселәре, ҡунаҡханалар хужалары, етештереүселәр ҡатнашты.

Эльмира Туҡанова белдереүенсә, беҙгә Туризмды үҫтереү стратегияһы кәрәк. Ул берлектә быны эшләүебеҙгә ышана.

Беҙ Уралды һәм уның тәбиғәтен, иҫтәлекле урындарын танытып ҡына ҡалмайбыҙ, ә Башҡортостанды бар матурлығында күрһәтеү өсөн айырым бер идея, структура булдырырға тейешбеҙ”, - тине комитет етәксеһе.

Уның фекеренсә, әлеге шарттарҙа ил туристары эске туризмға ныҡ иғтибар итә башлаған. Беҙ был форсаттан файҙаланырға тейеш. Төбәк-ара турҙар кешегә ҡыҙыҡ булыр ине.

«Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы» проекты авторы Рәйес Ғәбитов әйтеүенсә, былтыр Башҡортостан 10 иң популяр төбәк исемлегенә ингән. Власть, бизнес, туризм берлеге тығыҙ хеҙмәттәшлек итһә, беҙҙә туризм тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшәсәк. Авторлыҡ турҙары ла ойошторорға мөмкин.

Этно-форумдар үткәреүҙә танылған Рина Гринберг белдереүенсә, бөгөн “ваҡиғалар туризмы”на (“событийный туризм”) иғтибар итеү һөҙөмтә бирәсәк.

Ял көндәрендә барып ҡайта торған маршруттар ҙа халыҡҡа уңайлы һәм ҡыҙыҡ булыр ине. Уларҙы федераль туроператорҙарға ла тәҡдим итергә була.

Башҡортостанда әле урындағы кешеләр ҙә күреп бөтмәгән матрулыҡ һәм иҫтәлекле урындар етерлек. Иң мөһиме, турисҡа уңайлыҡтар булдырылһа, ул тағы ла киләсәк йәки эргә-тирәһендәгеләргә тап шул шәп ерҙе тәҡдим итәсәк.

Фото: БР Туризм буйынса дәүләт комитеты сайтынан (архив)

Читайте нас