Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2021, 10:45

Ҡурсаулыҡ байрамға саҡыра!

Иртәгә Башҡорт дәүләт ҡурсаулығындағы «Башһырт» экологик-этнографик үҙәгендә бишенсе тапҡыр «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» үткәреләсәк.

Программала «Ылаҡ» уйыны, ат сабышы, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы, уҡ атыу турниры ҡаралған. Ярышта ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл күбәйә, география ла киңәйә. Ойоштороусылар белдереүенсә, бүләктәр ҙә шәп. Быйыл "Ылаҡ" уйынында еңеүселәргә тәүге тапҡыр күсмә кубок тапшырыласаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.
Читайте нас