Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2021, 05:35

Һуңғы тур барыһын да асыҡлаясаҡ

Кисә «Салауат Юлаев» командаһы «Авангард» хоккейсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп, туғыҙынсы уйын рәттән мәрәйһеҙ ҡалғаны юҡ.

Уларға Көнсығыш конференцияһындағы өсөнсө урынды һаҡлап ҡалыр өсөн, даими беренселектәге һуңғы осрашыуҙа дәғүәсеһен мотлаҡ еңергә кәрәк. Тик буласаҡ дәғүәсеһе – «Локомотив» клубы ла үҙ конференцияһында өсөнсө урын өсөн көрәш алып бара. Шуға ла бәйге бик көсөргәнешле булмаҡсы. Юлаевсыларҙан бер мәрәйгә ҡалышҡан «Металлург» та Ҡазандан ике мәрәйле булып ҡайтты. Шуға күрә, һуңғы тур барыһын да үҙ урынына ултыртып, плей-оффта буласаҡ дәғүәселәрен асыҡлар. Әле үк әйтергә була, «Аҡ барс» командаһы беренсе турҙа «Торпедо» менән уйнаясаҡ. Ә инде Көнбайышта, ЦСКА клубы «Спартак» менән сәкәләшәсәк.
Шулай итеп, һуңғы хәл иткес турҙа, өфөләр «Локомотив» менән осрашһа, уларҙың өсөнсө урынға төп конкуренты – «Металлург» уйынсылары Көнсығышта бишенсе урын алған «Трактор» менән көс һынашасаҡ. Ә инде беҙҙән бер мәрәйгә өҫтөнлөк иткән «Авангард» командаһы «Барыҫ»ҡа һынау тотасаҡ. Даими беренселек һөҙөмтәһе буйынса Континенталь кубокка дәғүә иткән «Аҡ барс» (90 мәрәй) менән ЦСКА (89 мәрәй) үҙ ара сәкәләшеп, еңеүсене асыҡлаясаҡ.
Фото: ТАСС.
Читайте нас