Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2021, 01:40

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры ни өсөн ҡулға алынған?

Премьер-министр Андрей Назаров ошо һорауға яуап бирҙе.

25 февралдә БР-ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе Борис Беляевты ҡулға алдылар. Андрей Назаров әйтеүенсә, быға тиклем журналистар уға мөрәжәғәт иткән булған.
– Мин был хәлгә аныҡ комментарий бирә алмайым. Сөнки тәфтиш органдары төбәк властарына ҡарамай. Борис Владимирович Күмертау ҡалаһы хакимиәте менән етәкселек иткән осорҙа мин дә, Башлыҡ та бында эшләмәй инек, – тип белдерҙе ул.
Назаровтың һүҙҙәренсә, Борис Беляев вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә.
– Был шул уҡ төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаевҡа ҡарата асылған эш. Тәфтишселәр барыһын да асыҡлар һәм суд быға нөктә ҡуйыр тип ышанам, – ти Андрей Назаров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдә Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы башлығы Рәмзил Күсәрбаевты вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләп ҡулға алдылар. Тәфтиш комитетының мәғлүмәте буйынса, 2017 йылда ул, БР-ҙың Капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе булараҡ, Күмертауҙағы таҙартыу ҡоролмаларының төҙөлөп бөтөүе тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйған, ысынында иһә объекттар ҡулланыуға әҙер булмаған. Килешеү хаҡы 95 миллион һум тәшкил иткән. Тап шул осорҙа Борис Беляев Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас