"Өфөлә Ағиҙел аша күперҙең 688 метрҙан 330-ы әҙер. Ярты юлды үттек, тиергә мөмкин. Былтыр августа ғына төҙөүселәр домкрат тотоп, ҙур конструкцияның (һәр береһенең ауырлығы 1,5 мең тонна) тәүге сантиметрҙарын күсергәйне, ә хәҙер эштең сираттағы алтынсы этабы тамамланды", - тип яҙған Радий Фәрит улы "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Артабан ул яҡындағы тағы бер төҙөлөштө иҫкә алып киткән. Уныһы - Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге күпер. Бында эште 1 сентябргә бөтөрөргә уйлайҙар, октябрҙә асыласаҡ. Тимәк, транспортҡа йөрөүе лә күпкә уңайлы буласаҡ.