Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2021, 06:55

«Краснодар» ҙа төшөп ҡалды…

Футбол буйынса Европа кубогында ҡалған Рәсәйҙең берҙән-бер клубы ла төп бәйгеһеҙ ҡалды.

Европа лигаһының 1/16 финалына сыҡҡан «Краснодар» командаһы икенсе яуап осрашыуында ла «Динамо» (Загреб, Хорватия) клубына 1:0 иҫәбенә отолоп, дөйөм һөҙөмтә буйынса төшөп ҡалды. Беренсе бәйгелә дәғүәсеһе уларҙы 3:2 иҫәбенә алдырғайны.
Шулай итеп, Европа кубоктарында Рәсәйҙән бер команда ла ҡалманы.
Фото: ТАСС.
Читайте нас