Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль 2021, 09:15

Бөгөн – Бөтә донъя ашыҡмау көнө

Итальяндар уйлап сығарған дата был. Беләгеҙме икән, был халыҡ тормоштан тәм табып, ашыҡмай ғына һәүемтемсә йәшәргә ярата? Көндөң маҡсаты – бөгөн әкрен генә, яйлап ҡына, ҡәнәғәт булып ҡына ваҡыт үткәреү.

Ни тиһәң дә бөгөн кеше бик ашыға. Ваҡыт та тиҙ үтә шул. Таң менән кешеләр ашығып эшкә бара. Төшкө ашты ла, эш урынына һуңламайым, тип, ашыҡ-бошоҡ ашай, кисен ҡабаланып эштән өйгә ҡайта.
Өйҙә лә бит буйтым эше көтөп тора. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙың.
Донъя тиҙләнештә! Көндөң һәр минуты ҡәҙерле!
Әммә туҡтап ял итегеҙ, уйлап тороғоҙ, әйләнә-тирәгеҙгә ҡарағыҙ! Барыһы ла сабамы ысынында?
Исмаһам, бер көн (йә ярты көн) үҙегеҙгә ял бирегеҙ. Ашыҡмағыҙсәле!..
Фото: vk.com
Читайте нас