Пандемия башланғандан алып, 265 кеше тап ошо сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлашты.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы тәүлектә тағы ла 141 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылды. Дөйөм ауырыусылар һаны иһә 28,2 мең кешегә етте. Шуларҙың 22,3 меңе һауығып, аяҡҡа баҫты.
Пневмонияға килгәндә, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, зарарланыусылар һаны 198 кешегә артҡан. Дауаханан һауығып сығыусылар иһә 157 кеше тәшкил итте.