+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2021, 14:48
Уҡыусылар өйҙән белем аласаҡ
Әлшәй районының Шафран ауылында үҙәк һыу тәьминәтенең насосы боҙолоп, кешеләр икенсе тәүлек һыуһыҙ ултырырға мәжбүр.
Бөгөн мәктәп уҡыусыларын дистанцион уҡыуға күсергәндәр. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәргә һыу килтереү ойошторолған, шәхси өй хужалары магазиндан йә шишмәнән ташый. Ә бәғзеләр бөтөнләй ҡар ҡайната.
Шафранда 2200 кеше йәшәй, йәмғеһе – 1100 йорт. Муниципалитет мәғлүмәте буйынса, 300-ҙән ашыу йорт һыуҙан өҙөлгән. «Аныҡ сәбәбен белмәйбеҙ, насосты уҙған йылдың июлендә генә алмаштырҙылар. Ҡорамал үҙе эшләй, әммә баҫым етеңкерәмәй», – тип хәбәр итәләр Шафран ауылы биләмәһе хакимиәтенән.
Әлеге ваҡытта насосты ремонтлап та ҡарағандар, яңыһын да ҡуйып ҡарағандар, әммә бер һөҙөмтә лә юҡ.
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Борис Беляевҡа Шафрандағы һыу үткәргесте ремонтлауҙы шәхси күҙәтергә ҡушҡайны (rbsmi.ru)
Фото: «Башинформ».
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"