Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2021, 08:50

Әсәһенең аҡсаһын урлатҡан

Виртуаль уйындарҙа уйнаған балаларҙы контролдә тотоғоҙ.

Улар аҡса түләүгә ҡоролғандарында ултырырға мөмкин.
Нефтекама ҡалаһынан бер мәктәп уҡыусыһы әсәһенең аҡсаһын уйын валютаһын алыуға ҡулланған. Компьютер уйынында уйнағанда ул банк картаһындағы мәғлүмәттәрҙе хәбәр иткән. Әсәһе аҡсаһы юғалыуын һуңынан ғына белеп ҡалған.
Полиция асыҡлауынса, малай уйындарҙа виртуаль автомобиль, йорт һатып алған.
Фото: staff-online.ru
Читайте нас