Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2021, 18:05

Өс бәпес көткән әсәнең үлеме республика халҡын тетрәндерҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына аңлатма биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәйне.

Бөгөн һорауға яуап бирелде. «Ҡатын ЭКО ярҙамында ауырға ҡалған. Күмертау үҙәк район дауаханаһы һәм Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы әсәнең ғүмере өсөн аҙаҡҡаса көрәште, әммә башҡарылған барлыҡ сараларға ҡарамаҫтан, пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡала алманылар», – тиелә рәсми яуапта.
Табиптар ҡатынды өс сабыйын да юғалтыу ҡурҡынысы янауы тураһында иҫәрткән булған, йөклөлөктө өҙөргә тәҡдим иткән. Әммә ул баш тартҡан. Һуңыраҡ ҡатын күп ҡан юғалтып дауаханаға үҙе мөрәжәғәт иткән, был юлы буласаҡ әсәгә аборт яһағандар. 42 йәшлек ҡатындың ни сәбәпле үлеүе тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ...
Мәрхүмәнең ире һәм 10 йәшлек улы ҡалған. Һуңғы осорҙа республикала ошондай күңелһеҙ хәлдәр йышайҙы. Күптән түгел Өфөлә 28 йәшлек әсә балаһын тапҡандан һуң мәрхүм булғайны. Бәпесен бер тапҡыр ғына ҡосаҡлап өлгөргән..
Фото: «Башинформ».
Читайте нас