Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль 2021, 13:35

Радий Хәбиров: "Шаранда бөгөн ҙур байрам!"

- Бында совет ваҡытынан алып тәүгә яңы мәктәп төҙөгәндәр. Шаран ауылының 1-се урта мәктәбе бинаһы янына ҡоролған 250 урынлыҡ башланғыс кластар корпусын ысын мәғәнәлә яңы мәктәп тип һанарға була. Ул өс ҡатлы, 250 урынлыҡ ашханаһы бар, заманса йыһазландырылған.

Объекттың заказсыһы - БР Капиталь төҙөлөш идаралығы, төҙөүсеһе - "БашрегионСтрой". Проектлау бынан өс йыл элек башланһа, төҙөлөшкә ике йыл киткән. Барлығы 280 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән. Финанслау башлыса федераль кимәлдән,"Белем биреү" милли проекты буйынса башҡарылған.
Башланғыс кластар уҡыусылары йылдан-йыл артҡас, 1-се мәктәпкә өҫтәмә корпус күптән кәрәк ине. Өлкән кластарҙа 787 уҡыусы булып, уларҙың 344-е башланғыс кластарҙа уҡый. Дәрестәр бер сменала ойошторолдо, 80 урынлыҡ ашхана ауырлыҡ менән эшләне.
Яңы бинала класс кабинеттарынан тыш, хеҙмәткә өйрәтеү, логопед, психолог, уйын бүлмәләре бар. һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн шарттар булдырылған.
Шаран балаларын, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы ҡотлайым! Мин һеҙҙең менән бергә шатланам. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем", - тип яҙған социаль селтәр сәхифәләренә төбәк башлығы.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас