Билдәле булыуынса, бөгөн насос ҡоролмаһы боҙолоу арҡаһында ауылдағы 300-ҙән ашыу кеше һыуһыҙ ҡалды. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин хәбәр итеүенсә, тейешле деталдәр бар, ремонт эштәре башланған. Радий Хәбиров вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевҡа хәлде шәхси контролгә алып, йүнәтеү эшен йылдам башҡарырға һәм иртәгә йорттарға һыу биреү ваҡыты тураһында хәбәр итергә ҡушты.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Әлшәй районының Шафран ауылында һыу булмауға бәйле ваҡиғаны үҙ ҡарамағына алды. БР Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы урынға үҙем барам. Һыу тәьминәтен тергеҙеү өсөн көс тә, саралар ҙа етерлек. Иртән халыҡҡа һыу буласаҡ, – тине Борис Беляев.
Әлеге ваҡытта насосты ҡуйғандар, уны иртәнсәк һынап ҡараясаҡтар. Әгәр ҙә эшләп китмәһә, халыҡҡа һыу ташыу ойоштороласаҡ. Барлыҡ үҙгәрештәр тураһында кешеләргә муниципалитет етәксеһе хәбәр итәсәк.