Сәбәбе: Халыҡ-ара еңел атлетика федерацияһы беҙҙең спортсыларға нейтрал статус бирмәгәндән, тиелә. Белеүегеҙсә, Рәсәй спортсыларын допинг ғауғауы арҡаһында ике йылға гимнһыҙ һәм флагһыҙ ҡалдырғайнылар. Әлбиттә, улар бар ярыштарҙа ла нейтрал флаг аҫтында ҡатнаша ала, әммә бар өлкәлә лә алдан рөхсәт бирелергә тейеш. Еңел атлетикала күрәһең, бирелеп өлгөрөлмәгән. Мартта ул турала йыйылыш була, тик унан ғына әлеге ҡатнаша алмаған спортсыларға еңел булмаҫ шул…