Элегерәк Аллаһ Тәғәләнән ниҙер һорарға ҡыймай торғайным. Тәкәбберлектән түгел, ә күп нәмәне аңламағандан. Йәнәһе, мин кем әле ул тиклем, теләктәрем нисек ҡабул булһын инде... Әммә тормошта осраған ҡатмарлы ла, хикмәтле лә хәлдәр йәшәргә өйрәтә. ӘлхәмдүлиЛләһ, ихлас күңелдән һорағаныбыҙ тормошҡа аша!
Үҙ башымдан үткән бер хикмәтле ваҡиғаны бәйән итмәксемен. Аллаһ Тәғәләгә дан һәм маҡтауҙар булһын!
Ун ике йыл элек булғайны был хәл. Өфөлә кеше фатирының ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәһендә йәшәп ятам, ҡатыным яңы тыуған улым менән – дауаханала. Сабыйҙың мейеһендә шеш бар, тип, бала табыу йортонан тура шунда ебәрҙеләр уларҙы. Отпускыла булғас, көн дә барам яндарына. Ҡатыным йонсоған, ҡурҡыуынан ҡалтырана, ни эшләргә белмәй. “Баланың йөрәген дә тикшерҙеләр, шиктәре бар”, – тип илай.
Фатир өсөн хаҡты алдан һорағайнылар, һуңғы аҡсамды тиерлек тотондом. Сессия етеп килә, ә был семестрҙа уҡыуға түләнмәгән. Кемдән ярҙам һорарға белмәйем. Өмөтһөҙлөк. Шуға урамға сыҡтым да Сипайлово буйлап баш һуҡҡан яҡҡа киттем.
Ҡапыл бейек манара күҙемә салынды. Яҡыныраҡ барғас, яңы төҙөлгән мәсет икәнен аңланым. Аяҡтарым үҙенән-үҙе тартты унда инергә. Бығаса ғибәҙәтханаға йөрөмәгән булһам да, һис тә ятһыныу тойманым, йәшел сапанлы, аҡ түбәтәйле йәш егеткә барлыҡ аһ-зарымды һөйләп бирҙем. Ул диҡҡәт менән тыңланы ла аяттар уҡыны, доға ҡылды. Эстән генә Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен, ғаиләбеҙгә, туғандарыбыҙға һаулыҡ, именлек биреүен һораным. Күңелемә еңел булып ҡалғандай ине.
Иртәгәһен (!) телефон шылтырауына уяндым. Етәксебеҙ икән. “Ҡустым, ятаҡта йәшәгән бер хеҙмәттәшебеҙ үҙенең яңы фатирына күсте. Бүлмәһенең асҡысы миндә, шуны тиҙ генә килеп ал да бөгөн үк урынды биләп ҡуй”, – тине ул. Төш мәлендә иһә факультет деканы шылтыратты ла бушлай уҡыуға күсереүҙәрен әйтте. Үҙем мөрәжәғәт итмәһәм дә...
Ошо уҡ көндө кис дауаханаға барғайным, ҡатыным иртәгә сығасаҡтарын һөйөнсөләне. Табиптар балала бер ниндәй сир тапмаған икән. Ышанырлыҡ та түгел: тауҙай ҙур булып тойолған ауырлыҡтар һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты! Шулай итеп, дин юлына мине Аллаһ Тәғәләгә булған сикһеҙ рәхмәт тойғолары килтерҙе.