2014 йылда яңы биҫтәгә юл һалынһа, 2015 йылда Ураҙ ауылы биләмәһе конкурста ике проект менән еңеп сыҡты – Ҡотой ауылында Шәғәр шишмәһе төҙөкләндерелде, Ураҙ фельдшер-акушерлыҡ пунктында капиталь ремонт яһалды. 2016 йылда иһә урам яҡтыртҡыстарын модернизациялау проекты тормошҡа ашырылһа, 2017 йылда – яңы хоккей корты барлыҡҡа килде. 2018 йылда Ураҙ лицейында заманса тәҙрәләр ҡуйылды, ә 2020 йылда хоккей корты территорияһында йылы сисенеү бинаһы ҡалҡты.
Ләкин ураҙҙарҙың хыял һәм маҡсаттары ошо эштәр менән генә тамамланмай, 2021 йылда ла улар конкурсҡа өмөт бағлай. Был йәһәттән 29 ғинуар үткән йомғаҡлау йыйылышында 79 кеше ҡатнашты һәм халыҡ бер тауыштан балалар майҙансығын төҙөү проектын һайланы.
Ураҙ ауылы хакимиәте башлығы Жәлил Солтанов:
- Был программа халыҡ өсөн ҙур таяныс. Ауыл үҫә, йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә. Шуға ла быйыл халыҡ балалар майҙансығын төҙөү проектын һайлағандыр. Хыялдарыбыҙ тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ.
Денис Ғилманов, Учалы районы.